Суббота, 27.04.2024, 01:32
Приветствую Вас Гость | RSS
Главная | Дәрестән тыш саралар | Регистрация | Вход
Меню сайта
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Министерство образования и науки Российской Федерации Министерство образования и науки Республики Башкортостан Институт развития образования Республики Башкортостан Муниципальное казенное учреждение отдел образования МР Ишимбайский район Федеральное агенство по образованию РОссийское образование портал
Друзья сайта
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәлисова Альбина Альберт ҡыҙының шәхси сайты

Буктрейлер Мустай Карим 

Дәрестән тыш саралар

(внеурочная деятельность)

"Бабич"

Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.

Саф көмөштәй йырҙарымды
Йырламайым алтын өсөн;
Йырлайым тик саф көмөштәй
Саф йөрәк халҡым өсөн.

Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн.

«Салауаттың йәшен һораһағыҙ…»

Елдән етеҙ елә һыбай,

Ярһып саба ат.

Кейек ҡошҡа уғын төбәй

Кескәй Салауат.

Өлтөк малай манма булған

Көмөш ысыҡта.

Байҙарға ул һөҙөп ҡарай

Осрашҡан саҡта.

Ул алышҡа сығыр әле

Ғәҙеллек өсөн.

Рәсәй хакимдары тойор

Халыҡтың көсөн.

             

Бөркөт булып ҡайтты.

Ҡаһым түрә ауылына ҡайтты

Бөркөт булып осоп, талпынып.

Туғандары менән яҡташтарын

Тыуған еркәйҙәрен һағынып.

Ауыл уртаһында бөркөт һыны-

Ниндәйҙер көс унан тарала…

Ҡаһым түрә рухы йәшәй һымаҡ,

Гүйә батыр беҙҙең арала.

   

Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар,

Шуға минең әйтер һүҙем бар!..

(Р.Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә)

Маҡсат. Уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу, актерлыҡ оҫталығына өйрәтеү, шағир ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Р.Ғариповтың портреты, китаптары, аудиояҙма, әҙәби-музыкаль кисәгә әҙерләнгән презентация.

Шағирҙыҙ шиғырҙарын һәм көндәлектәренән өҙөктәрен, 2-11 класс уҡыусылары яттан һөйләй. Презентация кисә барышында күрһәтелә.

                   

 

uCozCopyright MyCorp © 2024