Суббота, 27.04.2024, 08:23
Приветствую Вас Гость | RSS
Главная | Биография | Регистрация | Вход
Меню сайта
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Министерство образования и науки Российской Федерации Министерство образования и науки Республики Башкортостан Институт развития образования Республики Башкортостан Муниципальное казенное учреждение отдел образования МР Ишимбайский район Федеральное агенство по образованию РОссийское образование портал
Друзья сайта
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәлисова Альбина Альберт ҡыҙының шәхси сайты

Минең ғаиләм          Минең хобби

Үҙем тураһында

       Мин Хәлисова Альбина Альберт ҡыҙы, 1984 йылда балыҡ йондоҙлоғо аҫтында, Салауат ҡалаһында тыуғанмын. 3-сө лицейҙа белем алғандан һуң, 2001- 2006 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамланым.

       Хеҙмәт юлымды Салауат ҡалаһында башлап, бөгөнгө көндә Ишембай ҡалаһының 16-сы мәктәбендә дауам итәм.

      Рухыма һеңеп ҡалған туған телемде балаларға еткереү - тормошом маҡсаты.

       Юғары категориялы, 12 йыл эш стажлы уҡытыусымын.

      Педагогик тәжрибәне үҫтереү маҡсатында, 2013 һәм 2018 йылдарҙа «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» муниципаль конкурсында ҡатнашып, бөгөнгө бәйгегә килеп сыҡтым. Сөнки минең артымда хеҙмәтемде күрә белеүсе 16-сы һанлы мәктәп коллективы, уҡыусыларым һәм уларҙың ата-әсәләре тора. Улар 2011 йылдан бирле минең эшемде юғары баһалап, үҙемде лә ҡанатландырыусылар. Дәрестәрҙә ҡулланылған төрлө теоретик һәм методик алымдарымдың информацион саралар ҡулланып үткәрелеүен, яңы технологиялы эш алымдарымдың юғары профессиональ кимәлдә икәнлеген билдәләп торалар. Уларҙың ышанысын аҡлап, уҡыусыларым менән төрлө конкурстарҙа һәм предмет олимпиадаларында юғары призлы урындар яулайым.

    Эшемдең ижади йүнәлештә булыуы һәр бер дәресемде ойошҡан рәүештә алып барырға мөмкинлек бирә. Дәрестәремдең һәр этабын, структур компоненттарын һәм йөкмәткеһен Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына яраҡлаштырыу уны ҡыҙыҡлы ла, йәнле лә, мауыҡтырғыс та итә. Бының өсөн ябай таблица, тестарҙан алып, проблемалы уҡытыу һәм вотум системаһы аша балаларҙы ҡыҙыҡһындырыуға алып киләм, ә тел менән ҡыҙыҡһынған бала әүҙем һәм эшлекле рәүештә йәнле һөйләүгә, диалогҡа тартыла һәм бирелгән бөтә эштәрҙе еренә еткереп башҡара.

     Ләкин  уҡытыусы үҙенең үҫеше өсөн бер урында туҡталып тороға тейеш түгел, шуға артабан методик камиллылыҡты үҫтереү маҡсатында, һуңғы йылдарҙа суггестив методты үҙ тәжрибәмә индерҙем. Сөнки был алымдың тап рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балаларын туған телгә булған һөйөүен үҫтереүгә иң уңайлы юл тип таптым. Болғар ғалимы Г.Лозанов сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн тәҡдим иткән был алым  башҡорт теле уҡытыусыһы өсөн дә бик отошло тип һанайым. Минең сайтымда башҡорт теле уҡытыусыларының ҡала методик берекмәһендә, уҡытыусыларҙың методика буйынса бәйгеһендә һәм асыҡ дәрестәрҙә күрһәтелгән тәжрибәм ҡуйылған, улар менән ентекле танышып була.

     Айырыуса, ҡулланылған методтың йәш уҡытыусылар өсөн файҙаһы ҙурлығын күреп, уларҙы дәрестәремә саҡырам. Алдынғы тәжрибәм менән уртаҡлашыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмай: үҙем етәкләгән 8 «А» класы ғына түгел, башҡа кластарҙан да ижади, ғилми эштәргә, Бөтә Рәсәй, Республика конкурс олимпиадаларында ҡатнашырға ынтылып торған уҡыусыларым менән ғорурланам, сөнки улар минең менән бергә туған телебеҙ байлығын башҡаларға еткерәбеҙ, ә улар бер туҡтауһыҙ үҫәләр һәм уңыштар яулайҙар. Шуға хеҙмәтемдең тәмен, йәмен һәм ғәмен тойоп тырышып эшләйем. Уҡыусыларымдан хеҙмәт һөйгән, ысын кешеләр тәрбиәләйем.

      Башҡорт теле уҡытыусыһы ул, минеңсә, тик дәрестәр менән генә сикләнеп ҡалған кеше түгел. Шуға үҙ мәктәбемдә,  педагогик коллектив һәм ата-әсәләр йыйылыштарында, туған тел уҡытыуҙың ни тиклем тәрән һәм йөкмәткеле эш икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алам һәм рус мәктәбендә лә  тел уҡытыуҙың Республикабыҙ,  халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн мөҡәддәс эш икәнлеген иҫбатлай барам.

 

 

 

 

 

 

uCozCopyright MyCorp © 2024